Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Өфөлә 1500 ағас һәм 2500 ҡыуаҡ ултыртылды

Иҡтисад

Яҙғы һуңғы дөйөм ҡала өмәһендә 100 меңдән ашыу Өфө халҡы ҡатнашты. Бер көн эсендә республиканың баш ҡалаһы 4600 кубометр сүп-сарҙан таҙартылды. Йыйылған сүп-сар шунда уҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына сығарып түгелде.  

Өфөнө таҙартыу һәм төҙөкләндереү сараларына 880-дән ашыу махсус техника берәмеге йәлеп ителде. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына 400 самаһы рейс яһалды.

— Өфөләге өмәлә ҡатнашыусылар менән 570 квадрат метр юл, 1500 «квадраттан» ашыу фасад һәм алты мең погон метрҙан ашыу ҡойма ремонтланды. Бынан тыш,  Өфөлә был көндө яҡынса 1500 ағас һәм 2500 ҡыуаҡ ултыртылды. Иң күп ағастарҙы – Орджоникидзе районында, ә ҡыуаҡтарҙы Дим районында ултырҡандар. Әгәр һандар менән әйткәндә, был 500 һәм 600 дана, — тине «Башинформ» агентлығына Өфө хакимиәтенең производство-техник бүлеге баш белгесе Игорь Аристов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, территорияларҙы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса һуңғы санитар йома Өфөлә 20 майҙа үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть