Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда банктар иҫәбе 78-гә етте

Иҡтисад

Рәсәйҙәге кредит ойошмалары иҫәбе йыл башынан алып 9 берәмеккә кәмегән. Рәсәй Банкы мәғлүмәте буйынса, 2011 йылдың 1 ғинуарына ҡарата илдә 1012 банк иҫәпләнгән, ә 1 майға ҡарата улар 1 003 генә ҡалған. «Юғалтыуҙар» башлыса Үҙәк федераль округына тура килә, бында банктар исемлеге 5 учреждениеға ҡыҫҡарған.

Башҡортостанда, киреһенсә, ағымдағы йылда кредит ойошмалары иҫәбе артҡан.

— Әлеге ваҡытта төбәктә 78 кредит ойошмаһы, шул иҫәптән 11 республика банкы эшләй, – тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Кредит ойошмалары ассоциацияһының матбуғат секретары Дмитрий Рудзит.

БР Милли банкы мәғлүмәте буйынса, ғинуарҙа Башҡортостанда 76 кредит ойошмаһы иҫәпләнгән.

Теги: банктар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть