Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Тәтешле районы малсылары һауым буйынса алдынғы урында

Иҡтисад

Башҡортостандың Тәтешле районы ауыл хужалығы предприятиелары малсылары йыл башынан алып һәр һыйырҙан 1739 кг һөт алған. Был уҙған йылдағы кимәлгә ҡарағанда 189 килограмға күберәк, тип хәбәр иттеләр төбәктең Ауыл хужалығы министрлығынан. Был күрһәткес буйынса Тәтешле районы малсылары республикала алдынғы урында.

Тулайым һауым буйынса беренселек Стәрлетамаҡ районы аграрийҙарында. Бында йыл башынан алып 13357 тонна һөт етештерелгән. Район тәүлегенә һәр һыйырҙан уртаса һауым буйынса ла иң яҡшылар рәтендә  – 14,1 кг. Саҡмағош районы малсылары уларҙан бер аҙ ҡалыша. Йыл башынан алып тулайым һауым 12133 тонна тәшкил иткән, уҙған йылдағынан был 542 тоннаға күберәк. Райондың ауыл хужалығы предприятиелары 11892 тонна һөт һатҡан. Былтырғы күрһәткескә ҡарағанда был бер тоннаға тиерлек күберәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть