4 декабрь, Йәкшәмбе

13 май 2011 йыл, 15:34

Өфөлә «Беҙ бергә» хәйриә акцияһы үтә

автор: Марина Шумилова

«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» төбәк бүлексәһе һәм «Сатурн» таксийы  Өфөлә «Беҙ бергә» хәйриә акцияһын үткәрә. Унда аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр һәм приюттарҙағы балаларға китаптар, әсбаптар, канцелярия тауарҙарын тапшырырға теләгән һәр кеше ҡатнаша ала.  

Такси хеҙмәтенән файҙаланырға кәрәк булғанда, «Сатурн» (267-67-67) таксийына шылтыратып, йыртмалы талонда бәйләнеш телефондарығыҙҙы һәм балаларға теләктәрегеҙҙе яҙып, балаларға тапшырырға теләгән әйберҙәрҙе талон менән бергә машинала ҡалдырырға мөмкин.

1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, бөтә әйберҙәр ҙә мохтаждарға тапшырыласаҡ.