Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Дәүләкән районы эшсәндәре беренсе булып шәкәр сөгөлдөрө сәсеүҙе тамамланы

Иҡтисад

Дәүләкән районы эшсәндәре шәкәр сөгөлдөрө сәсеүҙе республикала беренсе булып тамамланы. Сөгөлдөр плантациялары районда хәҙер 650 гектарҙы биләй. Әлеге ваҡытта республикала был техник культура 44047 гектар майҙанда сәселгән. Татлы тамыраҙыҡтар йәмғеһе 63 мең гектарҙы биләйәсәк.

БР Ауыл хужалығы министрлығының оператив мәғлүмәте буйынса, Башҡортостанда 13 майға 1 млн 18 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү үткәрелгән. Саҡмағош районы игенселәре -  47,3 мең гектарҙың 38,6 мең гектарын (82%), Миәкә районы хужалыҡтары 51,7 мең гектарҙың 41,3 меңен (80%) сәскән.

Саҡмағош районы игенселәре генә иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сәсеүҙе тулыһынса тамамланы. Ауырғазы, Баҡалы, Илеш, Мәләүез, Туймазы райондарында һуңғы гектарҙарҙа сәсеү алып барыла. Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районы аграрийҙары сәсеүҙе тамамларға тейеш.

Көнбағыш 132134 гектар майҙанда сәселгән. Был культура буйынса планды Йылайыр, Миәкә, Өфө, Хәйбулла, Шаран райондары үтәгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть