Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда түләүҙәр йыйыу 91 проценттан артты

Иҡтисад

Ағымдағы йылдың беренсе кварталында Башҡортостанда халыҡтан йыйылған түләүҙәр 91,3 процент тәшкил итте. Был хаҡта Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Ялалов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, ҙур бурыс барлыҡҡа килгән. Әммә беренсе ярты йыллыҡҡа табан хәлдәр яҡшырырға тейеш.

Министр йәнә кадрҙар әҙерләү буйынса эш алып барыу кәрәклеген дә билдәләне.

— Әлеге ваҡытта, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың йәшәйеште тәьмин итеү предприятиелары етәкселәренең барыһы ла икенсе юғары белем алырға тейеш, тигән бурыс ҡуйылған, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Был тиҙләтелгән уҡыу буласаҡ — ике-өс йыл.

Ирек Ялаловтың әйтеүенсә, был торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн кадрҙар әҙерләү һәм тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү методикаһы — үҙенсәлекле проект. Һәм Башҡортостандың һәм илебеҙҙәге башҡа төбәктәрҙең уҡыу йорттары был проект менән ҡыҙыҡһыныуын белдергән.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть