Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

11 район аграрийҙары ужым культураларын туҡландырыуҙы тамамланы

Иҡтисад

Республиканың 11 районы ауыл хужалығы предприятиелары ужым культураларын туҡландырыуҙы тамамланы, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығынан. Йәнә 27 районда күп йыллыҡ үләндәргә минераль ашламалар индереү тамамланған. Йәмғеһе 476 мең гектар майҙанда — ужым культураларын, 181 мең гектарҙа күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу үткәрелгән. Сағыштырыу өсөн, был күрһәткестәр былтыр 401 мең һәм 157 мең гектарға тиң ине.

Ашламалар индереү буйынса элеккесә Саҡмағош районы алдынғы урында, планда ҡаралған 1695 тонна урынына ул 3706 тонна ашлама туплаған. Игенселәр бер гектар майҙанға тәьҫирле матдәлә 46,5 кг ашлама индерә. Ҡырмыҫҡалылар ҙа алдынғылар рәтендә, улар минераль ашламаларҙың ярайһы мул запасын туплаған – гектарына 29,7 кг, ә шишмәләрҙә –1 гектарына 29,1 кг.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть