6 декабрь, Шишәмбе

13 май 2011 йыл, 12:05

Республика аграрийҙары тәүлек әйләнәһенә сәсеүгә күсә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Сәсеү кампанияһын агротехник сроктарҙа атҡарыу һәм уңайлы һауа шарттарын мөмкин тиклем нығыраҡ файҙаланыу өсөн республика игенселәренә тәүлек әйләнәһенә сменалы эшкә күсергә кәңәш ителде. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта яҙғы сәсеү өсөн уңайлы һауа шарттары урынлашҡан. Апрелдә 25-тән 65 миллиметрға тиклем яуым-төшөм күҙәтелгән, был нормаға ҡарата 105-235 процент тәшкил итә. Температура норманан 0,5 градусҡа юғарыраҡ булды. Май айы ла ямғырҙар менән ҡауындырҙы. Бер метрлыҡ тупраҡ ҡатламында дым запасы 100-168 мм нормала 114 — 165 мм тәшкил итә. Республиканың бөтә райондарында ла тиерлек тупраҡ сәсеүгә «өлгөрҙө».

Хәҙер һәр уңайлы сәғәтте файҙаланырға кәрәк. Бының өсөн сәсеү комплекстарының тәүлек әйләнәһенә эшләүен, яғыулыҡ-майлау материалдары, орлоҡ, ашламалар менән тотҡарлыҡһыҙ тәьмин итеүҙе ойоштороу, хеҙмәтсәндәрҙе йылы аш менән тәьмин итеү мөһим. БР Ауыл хужалығы министрлығы йәнә бер тапҡыр сәсеүҙә хәүефһеҙлек техникаһы ҡағиҙәләрен күҙәтеү кәрәклеген хәтергә төшөрә. Барлыҡ агротехник саралар ҙа сифатлы һәм ваҡытында башҡарылырға тейеш.

Аграрийҙар уңышына мул ямғырҙар ҙа булышлыҡ итәсәк. Башгидрометтың һауа торошона күҙәтеү яһауы буйынса 15 майҙан алып бөтә республикала көслө ямғырҙар көтөлә. Яуындар башланғансы сәсеп өлгөрөү мөһим.