9 декабрь, Йома

13 май 2011 йыл, 11:22

14 майҙа Башҡортостан халҡы ағас ултыртыуға сығасаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

14 майҙа Башҡортостан халҡы ағас ултыртыуға сығасаҡ. Бындай саралар был көндө бөтөн Рәсәйҙә үтәсәк.

— Федераль урман хужалығы агентлығы менән 14 май Ағас ултыртыу көнө тип иғлан ителгән, — тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин.  

Ул урмансыларға урындарҙа ағас ултыртыуҙы ойошторорға, ә хакимиәт башлыҡтарына был сараларҙы үткәрергә булышлыҡ итергә ҡушты.  

— Башҡа ҡалалар менән бер рәттән Мәскәүҙә лә үткәреләсәк был акцияла ил һәм республиканың беренсе кешеләренең ҡатнашыуы көтөлә, — тип билдәләне Урман хужалығы министрлығы башлығы.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2011 йыл БМО тәҡдиме менән Халыҡ-ара урмандар йылы билдәһе аҫтында үтә. Акция  сиктәрендә теләге булған һәр кеше ағас ултырта аласаҡ.