Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

21 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йылытыу миҙгеле тамамланды

Иҡтисад

Йылытыу миҙгеле Башҡортостанда 95 процентҡа тамамланды. Был хаҡта Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Ялалов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, климат шарттарына ҡарап, республиканың ҡайһы бер төньяҡ райондары муниципаль берәмектәрендә генә йылы биреү дауам итә.

— Башҡортостанда йылытыу миҙгеле уңышлы үтте, — тине ул. – Төбәк территорияһында коммуналь ресурстар менән тәьмин итеүҙә һиҙелерлек өҙөклөктәр, тотҡарлыҡтар булманы. Ҡышҡа әҙерлек эштәренең ярайһы юғары кимәлдә башҡарылыуы һөҙөмтәһендә, килеп тыуған проблемалар кисекмәҫтән хәл ителеп килде.

Киләһе 2011-2012 йылдарҙағы йылытыу миҙгеленә килгәндә, министрлыҡ менән тейешле документтар әҙерләнгән. Урындағы үҙидара органдары һәм коммуналь предприятиелар алдында эш планын әҙерләү, сараларҙы билдәләнгән ваҡытта башҡарыу һәм тамамлау бурысы ҡуйылған.

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть