4 декабрь, Йәкшәмбе

13 май 2011 йыл, 10:15

«УралЛегПром» үҙ ҡанаты аҫтында 130-ҙан ашыу ҡатнашыусыны йыясаҡ

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

Быйыл иҫәп буйынса 12-се «УралЛегПром» төбәк-ара махсус күргәҙмә-йәрминкәһе эшендә 130-ҙан ашыу еңел һәм текстиль сәнәғәт етештереүселәре ҡатнашасаҡ. «УралЛегПром» Өфөләге Нефтселәр мәҙәниәт һарайында 17 — 20 майҙа үтәсәк.

Ҡатнашыусылар географияһы йылдан-йыл киңәйә һәм төрлөләнә бара. Быйыл Башҡортостандың еңел сәнәғәтселәренән тыш, Өфө күргәҙмәһенә Мәскәү, Санкт-Петербург, Кострома, Вологда, Курган, Тамбов, Рязань, Һамар, Тольятти, Екатеринбург, Һарытау, Силәбе, Ҡазан, Пермь, Яр Саллы, шулай уҡ Беларусь һәм Украина тегенселәре киләсәк. Бынан тыш, Башҡортостандың зауыҡлы кейенергә яратыусыларына тәүге тапҡыр Ҡырғыҙстан предприятиелары ла үҙенең изделиеларын тәҡдим итәсәк.

— Ҡатнашыусыларҙың күбеһе – үҙенең продуцияһын рекламаларға ынтылған, һатыу баҙарын киңәйтеү, яңы эшлекле партнерҙар һәм күмәртәләп һатып алыусылар табыу менән ҡыҙыҡһынған Рәсәй ҡалалары һәм яҡын сит илдәрҙең сәнәғәт предприятиелары, фирмалары и шәхси эшҡыуарҙары, — тине «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында «БашЭКСПО» күргәҙмә үҙәгенең генераль директоры Евгений Сдобников.

«УралЛегПром-2011» күргәҙмәһе сиктәрендә ҡатнашыусы предприятиелар араһында яңы ассортимент изделиелары өлгөләре күрһәтеләсәк «Йыл яңылыҡтары» смотр-конкурсын үткәреү планлаштырыла.

Етештереүселәрҙең кейем моделдәрен күрһәтеүе күргәҙмәнең сағыу өлөшө буласаҡ. Өфө трикотаж фабрикаһы ла бында яҙғы-йәйге коллекцияһын күрһәтергә ниәтләй.