Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфөгә Германиянан балалар делегацияһы килде

Сәйәсәт

Өфөгә 23 уҡыусынан һәм уларҙың уҡытыусыларынан торған Германия делегацияһы килде. Балалар уҡыусылар менән алмашыу буйынса 2005 йылда төҙөлгән килешеүгә ярашлы Айслинген ҡалаһының Эрих Кестнер исемендәге гимназияһынан килде. Башҡортостанға уларҙың беренсе тапҡыр килеүе.

Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, Германия балаларын кисә ҡала хакимиәтендә ҡабул иткәндәр. Ҡунаҡтар менән ҡала башлығы урынбаҫары Сынтимир Баязитов осрашҡан.

Немец балаларының Өфөгә визиты 14 майға тиклем дауам итәсәк. Был арала улар өсөн ҡала һәм республика буйынса экскурсиялар ойоштороласаҡ. Сынтимер Баязитовтың әйтеүенсә, Өфөнөң Германия ҡалалары менән дуҫлығы 40 йылдан ашыу дауам итә. Ҡайһы берҙәре, атап әйткәндә, Галле ҡалаһы менән, Өфө туғандаш ҡалалар булып киткән.  

Быйыл сентябрҙә Өфө уҡыусыларының да Германияға ошондай уҡ сәфәре планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть