10 декабрь, Шәмбе

12 май 2011 йыл, 17:38

16 майҙа кеше хоҡуҡтарын һәм азатлығын боҙоу мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

16 майҙа РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә кеше хоҡуҡтарын һәм азатлығын боҙоу мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителәсәк.

Мөрәжәғәт итеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов ҡабул итә.

Башлана — 14 сәғәттә.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө, Цюрупа урамы, 100 («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

темалар: анонс