Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡорт дәүләт филармонияһы Рим Хәсәновҡа ярҙам итеү өсөн хәйриә концерты ойоштора

Йәмғиәт

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы композитор Рим Хәсәновҡа ярҙам итер өсөн хәйриә концерты ойоштора. Билдәле музыкант яңыраҡ инфаркт үткәрҙе, әлеге ваҡытта ул реанимация бүлегенән стационарға күсерелгән. Был хаҡта көн элгәре «Йәнле журнал»дағы үҙенең блогында  Башҡортостан Республикаһы Президентының мәҙәниәт буйынса советнигы, саксофонсы Олег Кирәев хәбәр итте.

Рим Хәсановҡа ярҙам концерты июнь башында үтәсәк, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡорт дәүләт филармонияһының йәмәғәтселек менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ләйлә Аралбаева.

—Концертта йыйылған бөтә средстволар Рим Хәсәновтың ғаиләһенә йүнәлтеләсәк, — тип өҫтәне ул.

Ләйлә Аралбаеваның әйтеүенсә, концерттың аныҡ датаһы яҡын арала билдәле буласаҡ. Әлегә Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективы 72-се концерт миҙгелен ябыуға әҙерләнә. Ул 19-20 майҙа үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть