10 декабрь, Шәмбе

12 май 2011 йыл, 16:05

«Башнефть» һәм «Башкирнефтепродукт» йәмғиәттәренең автозаправкалау станцияларында бензин ҡиммәтләнде

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ағымдағы йылдың 10 майынан «Башнефть» һәм «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең автозаправкалау станцияларында яғыулыҡҡа ваҡлап һатыу хаҡтары үҙгәрҙе. Бензиндың хаҡы уртаса 2,4 процентҡа артты. «Премиум Евро-95» маркаһындағы бензиндың бер литрына хаҡ 25,7 һум тәшкил итә,  «Регуляр Евро-92» – литрына 23,7 һум, «Нормаль-80» – литрына 22,6 һум. «Евро» маркаһындағы дизель яғыулығы һәм «Супер-98» маркаһындағы бензин хаҡы үҙгәрмәне.

«Башинформ» агентлығына  «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, продукцияға хаҡтар артыуы мотор яғыулығы етештереүҙә файҙаланыусы сеймалға хаҡтар формалашыуын билдәләүсе нефттең дөйөм донъяла ҡабул ителгән хаҡтарының артыу тренды менән бәйләнгән.