5 декабрь, Дүшәмбе

12 май 2011 йыл, 15:26

Башҡорт дәүләт университеты студенттары II Евразия иҡтисади йәштәр форумында Гран-при алды

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы студенттары Екатеринбургта Урал дәүләт иҡтисад университеты базаһында үткән «Цивилизациялар диалогы – «Төньяҡҡа юл» II Евразия йәштәр иҡтисади форумының финал фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, был абруйлы форум 110 донъя иленән һәм Рәсәйҙең 60 төбәгенән йәштәрҙе йыйған.

Сара сиктәрендә 15 йүнәлеш буйынса йәштәр проекттары конкурстары үткәрелгән. Нефтекама филиалы студенттарының эше айырым билдәләнгән. Мәҫәлән, Айваз Ғәлләмов менән Айгөл Әкбәрованың «Евразия Green» йүнәлеше буйынса «Ҡалдыҡтарҙы – табышҡа» номинацияһында әҙерләнгән проекты беренсе дәрәжәләге дипломға лайыҡ булған. Башҡорт дәүләт университеты студенттары Яна Солтанова менән Вадим Ғәлиәхмәтовтың «XXI быуат мәғариф башланғыстары» инновацион проекттар конкурсында «XXI быуат мәктәбе (колледжы, университеты)» номинацияһындағы йәнә бер эше Евразияның беренсе дәрәжәләге дипломын һәм Гран-прийын яулаған.