5 декабрь, Дүшәмбе

12 май 2011 йыл, 14:13

Ксения Максимова Перула «бронза» яуланы

автор: Дмитрий Слезин

Лимала (Перу) үҫмерҙәр араһында ауыр атлетика буйынса донъя беренселеге үтә. Башҡортостан спортсыһы Ксения Максимова унда «бронза» яуланы.

53 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Максимова ике алыш суммаһында 171 кг йыйҙы (77+94).

Тәүге ике урында Ҡытай ҡыҙҙары: 1. Лю Цюан – 191 (83+108). 2. Дин Кайся – 185 (85+100).

темалар: ауыр атлетика