3 декабрь, Шәмбе

12 май 2011 йыл, 13:13

13 майҙа БР буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы граждандарҙы ҡабул итәсәк

автор: Ольга Мортазина

13 майҙа, 15-17 сәғәттәрҙә Ленин урамы, 7 адресы буйынса БР Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар ҡабул ителәсәк. Уны БР Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт советы вәкиле Геннадий Полынов үткәрә. Ул Федераль именлек хеҙмәте махсус тәғәйенләнеш подразделениелары ветерандарының «Вымпел» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе президенты. Уның менән бергә граждандарҙың һорауҙарына БР буйынса Эске эштәр министрлығының  экстремизмға ҡаршы көрәш үҙәге начальнигы, милиция подполковнигы Эдуард Әхмәҙиев яуап бирәсәк.

Ҡабул итеүгә 279-40-93 телефоны аша алдан яҙылырға кәрәк.

темалар: анонс