3 декабрь, Шәмбе

12 май 2011 йыл, 12:00

Рөстәм Хәмитов: «Фәҡирлек – ул Хөкүмәттең туранан-тура яуаплығы өлкәһе»

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Фәҡирлек — ул Хөкүмәттең туранан-тура яуаплығы өлкәһе, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан халҡының килемдәрендәге айырмалыҡты һәм ярлылыҡты кәметеү буйынса саралар тураһында»ғы мәсьәләләргә арналған республика Хөкүмәте ултырышында. – Үкенескә күрә, был проблеманы хәл итеүҙә инструменттарыбыҙҙың күп булмауын танырға тура килә. Шулай ҙа был мәсьәләне хәл итергә кәрәк.

Республика Президенты фәҡирлектең йәмғиәтебеҙҙең иң етди проблемаларының береһе булыуын билдәләне. Мәсьәлә бик киҫкен тора. Сөнки уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республикала ярлы кешеләрҙең артыуы билдәләнгән.

— Бөгөн 12 процентҡа яҡын халыҡтың, был кәм тигәндә ярты миллион кеше, килемдәре йәшәү минимумынан түбән, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Республикалағы һәр алтынсы ғаилә ҙур ауырлыҡ менән кейем һатып ала һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләй. Һәр икенсе ғаилә телевизор, саң һурҙырғыс һәм башҡа төрлө көнкүреш техникаһын еңел генә ала алмай.

Бихисап кешеләр үҙен һәм ғаиләһен ашатыр өсөн генә эшләй. Был проблема бар йәмғиәт өсөн емергес эҙемтәләргә килтерә. Уның ҡиммәттәр системаһы юҡҡа сыға, һәм был да, үҙ сиратында, йәмғиәткә йоғонто яһамайынса ҡалмай.

— Ҙур булмаған эш хаҡы алған уҡытыусылар балаларыбыҙҙы нимәгә өйрәтә ала? — тип мәсьәләнең киҫкенлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы. — Шулай уҡ бик аҙ эш хаҡы алған табиптар ҙа кешеләрҙе нисек дауаларға тейеш?

Башҡортостан Президенты, ғәйеп эшләргә теләмәгән кешеләрҙең үҙендә, тип билдәләне. Ләкин бындайҙар республикала күп түгел.

— Шулай ҙа нигеҙҙә барыһына ла йәмғиәт, дәүләт ғәйепле,— тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. — Бөгөн бәләкәй хеҙмәт хаҡына эшләүселәрҙең күбеһе ялҡау түгел бит. Улар эшләй, хатта күп эшләй.  

Шуныһы аңлашыла: белемле кешеләр фәҡирлектә көн итә икән — был йәмғиәт һәм дәүләт механизмдарының беҙгә кәрәгенсә эшләмәүенә асыҡ дәлил.

Рөстәм Хәмитов был проблеманы хәл итеү юлдарын билдәләне. Атап әйткәндә, хеҙмәт хаҡын арттырыу кәрәклеген әйтеп үтте.

— Мин республика Хөкүмәте ағзаларына республикалағы барлыҡ предприятиеларҙың директорҙар комплексы менән эш хаҡын арттырыу буйынса эштәрҙе шәхсән үҙҙәренә алып барырға ҡуштым.

Башҡортостанда 2015 йылға тиклемге осорға ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү буйынса саралар планы әҙерләнгән.

— Беҙгә был документты мотлаҡ ҡабул итергә кәрәк. Ул саҡта эш хаҡы йылына 15 проценттан да кәм артмаясаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.

Рөстәм Хәмитов республикала әле тормошҡа ашырылыусы халыҡ тормошо кимәлен яҡшыртыу сараларын билдәләне. Уҙған йылдың 1 авгусынан муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә айлыҡ өҫтәмәләр билдәләнгән. 1 ғинуарҙан бюджет учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең окладтары 6,5 процентҡа арттырылған. Республикалағы иң бәләкәй айлыҡ эш хаҡы 5,5 мең һумға еткерелгән.

1 сентябрҙән Рәсәй Хөкүмәте рәйесе ҡушыуы буйынса илдә педагогтарҙың эш хаҡы арттырыласаҡ. Федераль бюджеттан был маҡсатҡа республика яҡынса 750 млн һум аласаҡ. Республика үҙе 350 млн һум өҫтәйәсәк.

Һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһына ярашлы, 2013 йылға медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 30 процентҡа артасаҡ.

— Беҙ тейешле йүнәлештә барабыҙ, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. — Барлыҡҡа килгән хәүефле һәм ҡурҡыныс хәлдән сығыу өсөн беҙгә ҡәтғиерәк алымдар кәрәк.

— Һис шикһеҙ, эш урындары булдырырға, эш хаҡын күтәрәсәк һәр һум өсөн көрәшергә, бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн мөмкинлектәр булдырырға кәрәк, — тигән бурыс ҡуйҙы муниципаль берәмектәр һәм ҡала округтары башлыҡтары алдында Башҡортостан Президенты. — Беҙҙең өсөн һәр эш урыны — ул плюс. Бизнес-проекттарҙы башлау өсөн финанс нигеҙ булдырырға кәрәк. Бәләкәй бизнес — илде тергеҙеү юлы ул.