10 декабрь, Шәмбе

12 май 2011 йыл, 10:53

Башҡортостан Хөкүмәтендә - яңы вице-премьер

автор: "Башинформ"

10 майҙа Башҡортостан Президенты Указы менән Марат Мөлөков республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде,  тип хәбәр итә Президенттың матбуғат хеҙмәте.

Биографик белешмә. Марат Муса улы Марат Муса улы Мөлөков 1974 йылдың 2 апрелендә Өфөлә тыуған.

1996 йылда  «Банк эше» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай.

2000 йылда – сит телдәр факультетын, 2001 йылда Дюк’н университетында (Duguesne University, Питтсбург, АҠШ) дәүләт идараһы өлкәһендә магистр программаһын тамамлай,  «Херитедж» тикшеренеү үҙәгендә (Вашингтон, АҠШ)  стажировка үтә.

Халыҡ-ара банк хеҙмәткәренән алып «Росатом»дың инновациялы эшмәкәрлегенә идара итеү буйынса «Атом-инновациялар» үҙәге етәксеһенә тиклем юл үтә.

2004 – 2005 йылдарҙа — РФ Хөкүмәте рәйесе советнигы ярҙамсыһы.

2006 – 2008 йылдарҙа — «ЦНИИАТОМИНФОРМ» федераль дәүләт унитар предприятиеһының бүлексә директоры.

Инновацион проекттар индереү, федераль стратегиялар һәм программалар эшләү һәм экспертиза үткәреү, атом тармағында инновацион эшмәкәрлекте үҫтереү буйынса сәйәсәт һәм практик саралар булдырыу менән шөғөлләнә.

2009 йылдан алып әлеге көнгә тиклем – «Техник физика һәм автоматлаштырыу ғилми-тикшеренеү институты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры.