10 декабрь, Шәмбе

12 май 2011 йыл, 10:38

БР Президенты инвалид балалар өсөн реабилитация үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Шаршамбы, 11 майҙа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәгенең беренсе бүлексәһендә булды. Медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре республика башлығына үҙҙәренең эше һәм көн һайын хәл итергә тура килгән проблемалары тураһында һөйләне.  

Был Үҙәктең бәләкәй пациенттары нигеҙҙә — терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙары, психика һәм телмәр үҫеше тотҡарланыуы, үҙәк нервы системаһының органик зарарланыуы эҙемтәләре менән яфаланған инвалид балалар. Көн һайын бында 70-тән алып йөҙгә тиклем кеше килә. Реабилитация үҙәгендә бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.  

Үҙәк штатында 30-ға яҡын кеше иҫәпләнә. Уртаса эш хаҡы ни бары биш-алты мең һум. Ләкин шулай булыуға ҡарамаҫтан, кадрҙар алмашыныуы күҙәтелмәй. Күбеһе реабилитация үҙәгендә беренсе йыл ғына эшләмәй.

— Беҙҙең иң төп проблема – финанслауҙың етерлек күләмдә булмауы. Бынан тыш, үҙәктең бинаһы күптән ремонтҡа һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға мохтаж. Башҡортостан Президенты беҙҙәге хәлдәрҙе тикшереп, тейешле сараһын күрер, тип ышанабыҙ, — тине «Башинформ» агентлығына Республика мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгенең беренсе бүлексәһе мөдире Зөлфиә Сәфиуллина.