9 декабрь, Йома

12 май 2011 йыл, 10:10

Рөстәм Хәмитов хәрби хәрәкәттәр барышында йәрәхәтләнгән Башҡортостан яугирҙарына матди ярҙам күрһәтергә бойороҡ бирҙе

автор: "Башинформ"

Президент Рөстәм Хәмитовтың бойороғо буйынса Башҡортостандың махсус тәғәйенләнештәге отряды хеҙмәткәрҙәренә республика бюджетынан матди ярҙам күрһәтеләсәк.  

4 — 10 майҙа Чечняның Урус-Мартан районында хәрби бурысын үтәгәндә РФ Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең «Булат» махсус тәғәйенләнештәге отрядының (ул Өфөлә урынлашҡан) алты хеҙмәткәре төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алғайны, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.