3 декабрь, Шәмбе

12 май 2011 йыл, 9:30

Башҡортостан Президенты ҡатнашлығы арҡаһында Лабановтар ғаиләһе өс игеҙәк балалары өсөн фатир аласаҡ

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Александр һәм Гөлнара Лабановтар ғаиләһе менән килеп тыуған хәлде Башкортостан Президенты шәхсән үҙе тикшерергә булды. Быйыл март айында Лабановтарҙың өс игеҙәк балаһы тыуған. Әммә ғаилә игеҙәк балалар тапҡан осраҡта бирелергә тейешле фатирҙы ала алмай.

Барыһына ла Александрҙың эш хаҡы сәбәпсе, сөнки уның арҡаһында ғаиләнең һәр ағзаһына алты мең һумдан тура килә. Был илдә билдәләнгән йәшәү минимумынан яҡынса бер меңгә күберәк.  

Һөҙөмтәлә Лабановтарға һөт кухняһы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса субсидиялар, юл йөрөүгә ташлама билдәләнмәй. Әммә шул уҡ мәлдә ғаиләнең сабыйҙарҙы туҡландырыуға айына яҡынса 12 мең һум аҡсаһы китә. Һәм был башҡа төрлө сығымдарҙы, ике кредитты иҫәпкә алмағанда, әйткәндәй, уларҙың береһе экстракорпораль аталандырыу процедураһын үткәреү өсөн алынған булған.

— Өс игеҙәк тыуған өсөн фатир бирелеүе тураһында программа барлығын белгәс, бик шатланғайныҡ. Инстанциялар буйлап йөрөй башланыҡ. Барыһын да закон буйынса, йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итмәй, тауыш-тынһыҙ эшләргә теләнек. Ләкин бер ерҙә лә аңлау тапманыҡ. Һәм шуға күрә ярҙам һорап Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт иттек. Проблемабыҙ хаҡында уның блогына яҙҙыҡ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына ғаилә башлығы Александр Лабанов.

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов битараф ҡала алмай. Ул Александр һәм Гөлнара Лабановтарҙың ғаиләһендә булып, йәштәр менән сәй өҫтәле артында килеп тыуған хәлдәр буйынса фекер алышты.

— Мин барыһын да асыҡлар өсөн килдем. Миңә хәҙер шуны аңларға кәрәк, беҙҙә һеҙҙең кеүек ғаиләләргә системалы ярҙам йыйылмаһы, социаль ярҙам саралары бармы? Һеҙҙең ғаиләгеҙ өлгөһөндә был хәлдәрҙе асыҡларға тырышасаҡбыҙ. Һеҙ нимә алдығыҙ, нимәгә дәғүә итә алаһығыҙ, ә нимәгә юҡ. Мин һеҙҙең кеүек ғаиләләргә ташламалар биреү мәсьәләһе буйынса тиҙ арала ҡарар ҡабул итергә кәрәк тип иҫәпләйем. Әлбиттә, быға ваҡыт талап ителәсәк, әммә был эште барыбер башларға кәрәк, — тип иҫәпләй Рөстэм Хәмитов.

— Ҡала һеҙгә әле үк «Көньяҡ» биҫтәһендәге Заһир Исмәғилев урамынан ҙур дүрт бүлмәле фатир бирергә әҙер, — тип дауам итте Президент. — Был мәсьәлә хәл ителгән. Фатир әҙер. Ләкин мин эштәрҙе асыҡларға тейеш. Һеҙгә фатир биргәс, һеҙҙең әле йәшәгән ике бүлмәле фатирығыҙ үҙегеҙгә ҡаласаҡмы? Йәки киреһенсә, һеҙгә дүрт бүлмәле фатир түгел, ә ике бүлмәлеһе кәрәктер? Бер һүҙ менән әйткәндә, нисек яҡшыраҡ буласағын һеҙҙең менән һөйләшеп асыҡларға кәрәк. Шулай булғас, ашыҡмайыҡ, асылда, ҡарар ҡабул ителгән инде. Ә нескәлектәрен һуңыраҡ тикшерербеҙ. Иң мөһиме, барыһын да һеҙҙең ғаиләгә уңайлы булырлыҡ итеп эшләргә.