10 декабрь, Шәмбе

10 май 2011 йыл, 15:43

Интернетта Башҡортостандағы проблемалы йорттарҙың йыйылма исемлеге баҫтырылды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Интернетта Башҡортостан территорияһындағы проблемалы объекттарҙың йыйылма исемлеге баҫтырылды. Был документ Башҡортостан Республикаһында төҙөүселәрҙең күп фатирлы йорттар төҙөү буйынса үҙ йөкләмәләрен үтәмәүе арҡаһында зыян күргән граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауҙа булышлыҡ итеү буйынса ведомство-ара комиссия ҡарары менән раҫланған. Был хаҡта БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Үрҙә билдәләнгән исемлеккә 24 проблемалы йорт ингән. Исемлек менән Башҡортостан Республикаһының Дәүләт төҙөлөш күҙәтеүе инспекцияһының рәсми сайтында (http://gsnrb.ru/index.php?option=com_content&task=view&id=129&Itemid=1) ентекләберәк танышырға мөмкин.

темалар: төҙөлөш, торлаҡ