Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә 16 сүплек табылған

Йәмғиәт

Өфө биләмәһендә рөхсәтһеҙ ҡалҡып сыҡҡан 16 сүплек табылған. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Сүп-сар өйөмдәре баш ҡаланың бөтә райондарында ла табылған. Мәҫәлән, Ленин районында улар икәү, Орджоникидзе һәм Киров районында — өсөшәр сүплек. Уларҙың күбеһе, Павел Качкаев әйтеүенсә, ҡурҡыныс фильмдарға декорацияларҙы хәтерләтә. Октябрь районындағы сүплектәрҙең береһе ҡала халҡы тиҙҙән һыу инә башлаясаҡ һыу ятҡылығы янында урынлашҡан.  

Ҡала башлығы фекеренсә, Өфөлә 14 майҙа үтәсәк өмә сүплектәрҙе бөтөрөргә ярҙам итергә тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть