Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда биосфера резерватын ойоштороуға әҙерлек бара

Иҡтисад

Башҡортостанда ЮНЕСКО ҡанаты аҫтында «Башҡортостан Уралы» комплекслы биосфера резерватын булдырыу республиканың уникаль тәбиғәт комплексын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк, тип иҫәпләй Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин.

Бындай резерватты ойоштороуға тейешле әҙерлек алып барыла ла инде. Эш төркөмөнә Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, төбәктең мәҙәниәт министрлығы, фән, шулай уҡ федераль һәм республика әһәмиәтендәге биш махсус һаҡланыусы тәбиғәт территорияһы вәкилдәре ингән.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, республикала биосфера резерватын булдырыу мәсьәләһе «Кеше һәм биосфера» ЮНЕСКО программаһының Рәсәй комитеты рәйесе урынбаҫары Валерий Неронов менән берлектә ағымдағы йылдың апрелендә тикшерелде. Биосфера резерваты составына «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, «Башҡортостан» милли паркы, «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы, «Алтын Солоҡ» тәбиғи зоологик заказнигы һәм «Ыҡ» зоологик заказнигы индереләсәк.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән билдәләүҙәренсә, «Башҡортостан Уралы»н булдырыу хужалыҡ эшмәкәрлегенә бер ниндәй ҙә өҫтәмә сикләүҙәр алып килмәйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть