Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре үтәсәк

Сәйәсәт

Башҡортостанда 13 майҙа Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре башлана. Улар республиканың бер нисә ҡалаһы һәм ауылдарында үтәсәк.

Йыл һайын үткәрелеүсе сара сиктәрендә Өфө ҡалаһы һәм районында, Нефтекамала аҙна дауамында «Гөлләмә» («Соцветие») поляк мәҙәниәте фестивале үтәсәк, унда Польша делегацияһының ҡатнашыуы ла көтөлә.  Иглин районының Иглин ауылында 17 майҙа белорус поэзияһы кисәһен үткәреү ҡаралған. Бәләбәй районының Надеждин, Өсән-Ивановка ауылдарында һәм Өфө районының Ҡыҙыл Яр ауылында боронғо рус йыры байрамдары үтәсәк. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ районының Золотоношка, Краснокама районының Николо-Березовка ауылдарында, Өфөләге С.Т.Аксаковтың йорт-музейында, республиканың йәкшәмбе мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йорттарында ла фольклор байрамдары һәм әҙәби кисәләр үткәреү планлаштырыла.

Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре 29 майға тиклем дауам итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть