Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Президенты Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды

Сәйәсәт

9 Майҙа Өфөләге Еңеү паркында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 66 йыллығына арналған Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов һәм БР Дәүләт Йыйылышы  — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты.

Паркка ингән ерҙә республика Президентын министрлыҡ, ведомстволар һәм Өфө хакимиәте етәкселәре, депутаттар, ветерандар, йәштәр һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡаршыланы. Почетлы ҡарауыл начальнигы докладынан һуң тынлы оркестр башҡарыуындағы көйгә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың күп милләтле халҡы исеменән Мәңгелек утҡа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә венок һалды.

Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарынан һуң метроном тынлыҡ минутын һананы, артабан байраҡсылар, офицер һәм курсанттар тантаналы марш менән үтте. Маршты республика Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы  — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, башҡа рәсми кешеләр һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡабул итте.  Бынан һуң министрлыҡ, ведомстволар һәм Өфө хакимиәте етәкселәре, депутаттар, ветерандар, йәштәр һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре Александр Матросов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәйкәленә,  ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев ҡәберенә һәм Дан аллеяһына ла сәскәләр һалды.  

Теги: еңеү көнө
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть