4 декабрь, Йәкшәмбе

10 май 2011 йыл, 10:53

Өфөлә Еңеү көнө салютына 25 мең кеше йыйылды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Еңеү көнөндә Өфөлә В.И. Ленин исемендәге майҙанда киске салютҡа 25 мең самаһы кеше йыйылды. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, халыҡтың күпләп йыйылыуы был көндө шулай уҡ Еңеү паркында һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә арналған 63-сө еңел атлетика эстафетаһы старты ваҡытында«Динамо» стадионында күҙәтелгән.

Павел Качкаевтың билдәләүенсә, байрам ваҡытында Өфөлә ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәлдәр булмаған.

Салютҡа Өфөлә кеше күп йыйылһа ла, рекорд һандарға барып етмәгән. Мәҫәлән, бер йыл элек Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләгәндә салют ҡарарға Өфөлә 35 мең самаһы кеше килгән булған. Ә Ҡала көнөндә 2010 йылда 40 мең самаһы кеше йыйылыуы күҙәтелгән.