Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Аҙна аҙағында Өфөлә таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса бер юлы өс акция үтәсәк

Иҡтисад

Өфөләге һуңғы санитар йоманың һөҙөмтәһендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына ике мең кубометрҙан ашыу сүп-сар сығарып түгелде.

Территорияларҙы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса йома сараһында 43 меңдән ашыу ҡала халҡы ҡатнашты. 600 квадрат метр юл ремонтланды. 600-гә яҡын махсус техника берәмеге файҙаланылды. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына 200-ҙән ашыу рейс яһалды.  

Был аҙнала Өфө халҡы санитар йоманан тыш, дөйөм ҡала өмәһендә лә ҡатнашасаҡ. Улар 13 һәм 14 майҙа үтә, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.

Бынан тыш, йәкшәмбе, 15 майҙа, теләге булғандарҙың барыһы ла «Бер көндә 500 таҙартыу» дөйөм ҡала экологик акцияһында ҡатнаша ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть