10 декабрь, Шәмбе

10 май 2011 йыл, 9:45

Өфөлә икенсел торлаҡтың квадрат метры 46,46 мең һум тора

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Уҙған аҙнала Өфөлә икенсел торлаҡҡа уртаса хаҡ 0,1 процентҡа күтәрелде. Бөгөн ул 46,46 мең һум тәшкил итә. Бер һәм ике бүлмәле фатирҙар сегментында хаҡтар 0,2 һәм 0,1 процентҡа артты. Өс һәм күп бүлмәле фатирҙар хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡалды.  

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанованың мәғлүмәте буйынса, әлеге ваҡытта ҡалалағы иң арзан фатир 1100 мең һумға тәҡдим ителә. Ул Макаров урамында урынлашҡан, майҙаны — 33 квадрат метр. Иң ҡыйбат фатир 20 миллион һумға һатыла. Достоевский урамындағы был биш бүлмәле фатирҙың дөйөм майҙаны 202,4 кв. метр тәшкил итә.

Иң арзан бүлмә Борисоглебский урамынан тәҡдим ителә. Уның хаҡы — 600 мең һум, майҙаны – 17 квадрат метр. Бүлмәләр буйынса иң юғары хаҡ – 1200 мең һум: Рәсәй урамы, 26,1 квадрат метр.

Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 16300 мең һумға тәҡдим ителә. Был Упты ауылындағы йорт майҙаны 423 квадрат метрға тиң.