3 декабрь, Шәмбе

09 май 2011 йыл, 9:06

Башҡортостан Президентын Еңеү көнө менән Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин ҡотланы

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Президентын Еңеү көнө менән Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин ҡотланы. Был ҡотлауҙың тексын бирәбеҙ.

              «Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы!

Һеҙҙе Еңеү көнө менән ҡотлайым. 9 Май – илебеҙ тарихында, Рәсәйҙәге һәр ғаилә тормошонда айырым, онотолмаҫ дата. Ошо бөтә халыҡ байрамы Ватаныбыҙҙың азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған, ҡала һәм ауылдарыбыҙҙы емереклектәрҙән күтәргән еңеүсе батырҙарҙың ҡаһарманлығы менән тығыҙ бәйле. Уларҙың батырлығы һәм ҡыйыулығы, бурысҡа һәм юғары идеалдарға тоғролоғо – беҙҙең өсөн һәр саҡ Тыуған илгә ысын һөйөү, уның яҙмышы менән уртаҡлыҡ, киләсәк быуындар өсөн яуаплылыҡ өлгөһө буласаҡ.

Һеҙгә уңыштар, һаулыҡ һәм иң изге теләктәремде еткерәм.

              В.Путин».

темалар: еңеү көнө