Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев республика Президенты Рөстәм Хәмитовты Еңеү көнө менән ҡотланы

Сәйәсәт

Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовты Еңеү көнө менән ҡотланы. Дәүләт башлығының ҡотлауында былай тиелә:

          «Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы!

Һеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең 66 йыллығы менән ҡотлайым! Фашизмды ҡыйратып, атайҙарыбыҙ һәм олатайҙарыбыҙ буласаҡ быуындарға тыныслыҡ, балаларға ғүмер биреү һәм үҫтереү, ижад итеү һәм ирекле үҫеү мөмкинлеген бүләк итте.

Бөйөк Ватан һуғышы хаҡындағы иҫтәлек – изге. Нисә йыл үтһә лә, еңеүселәрҙең ҡаһарманлығы һәр ваҡыт халҡыбыҙҙың рух көсө, батырлығы һәм ватансылығы өлгөһө буласаҡ.

Һеҙгә һаулыҡ, уңыштар һәм иң изге теләктәремде еткерәм

           Д.Медведев».

Теги: Еңеү көнө
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть