7 декабрь, Шаршамбы

09 май 2011 йыл, 7:00

Рөстәм Хәмитов: Еңеү көнөнән юғарыраҡ тантана юҡ

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов һуғышта ҡатнашыусыларҙы Еңеү көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә: «Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Хөрмәтле дуҫтар!

Ошо көндәрҙә беҙ бөйөк датаны – совет халҡының фашистик Германияны Еңеүенең 66 йыллығын билдәләйбеҙ. Ихлас күңелдән барығыҙҙы ла ошо бөтә халыҡ байрамы менән ҡотлайым!

Беҙҙең өсөн Еңеү көнөнән дә иҫтәлеклерәк дата, әһәмиәтлерәк ваҡиға, юғарыраҡ тантана юҡ. Ул бөтә донъяға тап беҙҙең илдең, беҙҙең армияның нацизмға хәл иткес һәм емергес һөжүм яһауын хәтерләтеп тора.

Күҙҙәрҙе йәшләндергән был байрам бик күпте – батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡты, бирешмәүсәнлек һәм ышанысты, яҡындарыңды юғалтыу ҡайғыһын  үҙ эсенә ала. Һалдаттар, ошо көндө яҡынайтып, һөжүмгә күтәрелгән. Әсәләр, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар тылда бөтә ауырлыҡты үҙ иңенә алған. Һәм бөгөн тиҫтә йылдар үткәндән һуң беҙ һәр кемдең шәхсән батырлығын иҫкә алабыҙ. Батырҙарҙың исеме мәңгелеккә беҙҙең йөрәктәрҙә ҡаласаҡ.

9 Май рәсәйлеләр өсөн – милли берҙәмлек һәм ғорурлыҡ көнө. Ул көн беҙҙе тыуған еребеҙҙең һәр ҡарышын яуларға әҙер булған атай-олатайҙарыбыҙға тиңләшергә мәжбүр итә. Беҙҙе яугирҙәрҙең намыҫы һәм дәрәжәһенә тап төшөрмәҫкә, еңергә һәм һәр ерҙә беренсе булырға өндәй.  Йөрәктәребеҙ ошо тойғолар менән һуғарылған. Ниәттәребеҙ Бөйөк Тыуған илебеҙ – һөйөклө Рәсәй  хаҡына  изге эштәребеҙҙә сағыла.

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, бәхет һәм тыныс күк йөҙө, фиҙакәр хеҙмәттә уңыштар теләйем! Еңеү көнө менән».