Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондынан капремонтҡа миллиардҡа яҡын аҡса аласаҡ

Иҡтисад

6 майҙа Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды дәүләт корпорацияһы идараһы Башҡортостандың 2011 йылға күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү һәм граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан икенсеһенә күсереү өсөн финанс ярҙамы күрһәтеүгә заявкаһын ыңғай хәл итте.

Хупланған заявкаға ярашлы, республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволарынан  980,71 млн. һум аласаҡ, тип хәбәр иттеләр дәүләт корпорацияһынан. Был аҡсалар территорияла 75 күп фатирлы йортҡа капиталь ремонтҡа, шулай уҡ 9 муниципаль берәмектәге 107 авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы икенсеһенә күсереүгә йүнәлтеләсәк. Үрҙә билдәләнгән программаларҙы бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә төбәктә 19 451 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2008-2010 йылдарҙа Башҡортостанға күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү һәм граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн, шул иҫәптән торлаҡ баҙары үҫешен дәртләндереү кәрәклеген иҫәпкә алып, ТКХ фонды средстволарынан 8,8 млрд, һум бүленгәйне. Ҡушып финанслау тәртибендә төбәк был суммаға 2,4 млрд. һум өҫтәне. Үрҙә күрһәтелгән программаларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә төбәктә 981 күп фатирлы йортта капиталь ремонт үткәрелде һәм 306 авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәр икенселәренә күсерелде, 193 653 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть