9 декабрь, Йома

06 май 2011 йыл, 17:03

Федераль һабантуй быйыл Екатеринбургта үтәсәк

автор: Марина Шумилова

1-2 июлдә Екатеринбургта үтәсәк федераль һабантуйҙа 60 Рәсәй төбәгенең делегацияһы ҡатнашасаҡ. Свердловск өлкәһендә дөйөм алғанда татар һәм башҡорт милләтле 200 меңдән ашыу кеше йәшәй.  

Электрон киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Екатеринбург Түбәнге Новгород, Саранск, Ижевск, Астрахань һәм башҡа ҡалаларҙың федераль һабантуйҙар үткәреү тәжрибәһен өйрәнгән. «Локомотив» стадионы байрамдың төп майҙанына әйләнәсәк. Унда көн дауамында Башҡортостан, Татарстан һәм Свердловск өлкәһе сәнғәт оҫталарының концерты барасаҡ. Көрәш, ғәҙәттәгесә, һабантуйҙағы төп спорт ярышы буласаҡ.

Стадиондың айырым урындарында Башҡортостандың һәм Татарстандың Түбәнге Кама районының майҙандары, «Халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре» күргәҙмә павильондары, «Урал буйы милли ихаталары» фольклор-этнографик майҙансығы йәйелдереләсәк.