Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 603 кеше талпан тешләүенән зыян күрҙе

Йәмғиәт

Республикала тәүге май байрамдарынан һуң талпан тешләүенән зыян күреүселәр һаны 603-кә етте.  Был тешләнгән урынын тапҡандан һуң дауалау-профилактика учреждениеларына мөрәжәғәт иткәндәре генә. Зыян күреүселәрҙең 40,6 проценты – балалар. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, мөрәжәғәт иткәндәрҙең 28,2 процентына иммуноглобулин профилактикаһы үткәрелгән.

Беренсе апрелдән, талпандар әүҙемләшә башлаған осорҙан алып, «Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге» федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы лабораторияһы менән 378 бөжәк тикшерелгән. 14 паразиттың (3,7%) талпан энцефалиты вирусы менән зарарланғанлығы асыҡланған. Шуныһы тынысландыра, 2010 йылдың ошо уҡ датаһына республика халҡы 1167 талпанды тикшереүгә алып килеп,  шуларҙың 19-ының зарарлы булыуы асыҡланғайны.

Быйыл кешеләрҙең вируслы талпан энцефалиты менән ауырыу осрағы теркәлмәне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть