5 декабрь, Дүшәмбе

06 май 2011 йыл, 15:50

«Каруанһарай» Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын хөрмәтләп иҫкә алды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Кисә «Каруанһарай» сауҙа комплексы территорияһында «Хәтер аллеяһы»на  нигеҙ һалынды. Акция Еңеү көнөн байрам итеүгә ҡарата үткәрелде. «Аркада» идара компанияһы, Өфө ҡалаһы һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы, Социаль сәйәсәт менеджерҙары ассоциацияһы уның ойоштороусылары булып сығыш яһаны. Тантаналы сарала һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, ҡаланың почетлы граждандары һәм рәсми кешеләр ҡатнашты.  

«Аркада» компанияһының маркетинг һәм реклама департаменты начальнигы Виталий Пилипчук һүҙҙәренсә, был акцияның идеяһы Ватанды һаҡлаусыларҙың исемен мәңгеләштереүҙән, мәҙәни-тарихи традицияларҙы һаҡлауҙан һәм быуындар араһындағы күсәгилешлекте һаҡлауҙан ғибәрәт.

— Был ваҡиға символик мәғәнәгә эйә, — тип билдәләне ул. – Беҙ «Хәтер аллеяһы»ның йәмәғәт ойошмалары һәм дәүләт власы вәкилдәре араһында ҙур резонанс һәм теләктәшлек табыуына шатбыҙ. Был бер тапҡыр ғына ойошторолоусы акция түгел. Бындай сараларҙы артабан да дауам итәсәкбеҙ.