7 декабрь, Шаршамбы

06 май 2011 йыл, 15:03

Павловка һыуһаҡлағысы 7 майҙа туласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың кеше ҡулы менән яһалған иң ҙур һәм иң матур диңгеҙе — Павловка һыуһаҡлағысы – 7 майҙа һыу менән туласаҡ. Иртәгә уның күләме бер миллиард 410 миллион кубометр тәшкил итәсәк.

Республиканың ҡалған ике ҙур һыуһаҡлағысы – Нөгөш һәм Йомағужа тулғансы һыу йыйған, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Кама бассейны һыу идаралығының БР буйынса һыу ресурсы бүлеге әйҙәүсе белгес-эксперты Лилиә Ғәббәсова.