Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Ауырғазы районында «Таҙа ауыл» йәштәр акцияһы старт алды

Иҡтисад

Ауырғазы районының Талбазы ауылында «Таҙа ауыл» йәштәр акцияһы башланды. Ул «Ҡотҡарырға һәм һаҡлап ҡалырға» республика экологик акцияһы сиктәрендә үткәрелә, тип хәбәр иттеләр БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Таҙа ауыл»дың төп маҡсаты – йәштәрҙе тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йәлеп итеү һәм Ауырғазы районында экология торошон яҡшыртыу.  

Әлеге ваҡытта төҙөкләндереү сараһында 180-дән ашыу кеше ҡатнашты. Дөйөм тырышлыҡ менән биш гектар майҙанлыҡ урман паркы зонаһы сүп-сарҙан таҙартылды. 20 кубометрҙан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарып түгелде.

Яңы башланған «Таҙа ауыл» акцияһының ойоштороусылары булып БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө территориаль идаралығы һәм Ауырғазы районы хакимиәтенең йәштәр бүлеге сығыш яһай.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть