Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

«Һуғыш балаларына» махсус льготалар биреләсәк

Сәйәсәт

Рәсәй парламенты депутаттары «һуғыш балаларына» махсус льготалар биреүҙе планлаштыра. Был хаҡта М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үткән түңәрәк өҫтәлдә Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов хәбәр итте.  

— Бында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бала булған һәм фронтта һәләк булыуы йәки хәбәрһеҙ юғалыуы арҡаһында аталарын юғалтҡандар хаҡында һүҙ бара, — тине ул. – Дәүләт Думаһының Ветерандар эштәре буйынса комитеты бындай кешеләргә федераль кимәлдәге махсус ташламалар бирәсәк һәм уларҙы статус буйынса һуғышта ҡатнашыусыларға яҡынайтасаҡ закон проектын әҙерләй.

Иршат Фахретдинов йәнә закон проектын әҙерләүсе эш төкөмө менән үҙенең етәкселек итеүе хаҡында әйтте, һәм 2011 йылда булмаһа ла, закон 2012 йылда ҡабул ителәсәк, тигән ышанысын белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть