8 декабрь, Кесе йома

06 май 2011 йыл, 13:00

Өфөлә Ташкисеү районындағы күперҙең икенсе сираты асылды

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Андрей Старостин

Ташкисеү янындағы Ҡариҙел аша һалынған автомобиль күпере ике тапҡырға киңәйҙе. Бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһына көньяҡтан килгән юлда күперҙең икенсе сираты асылды.  

— Өфөнө М5 магистрале менән тоташтырыусы күпер 2006 йылда төҙөлә башлағайны, уның беренсе сираты 2008-ҙә файҙаланыуға тапшырылды,— тип юлды асыу тантанаһына йыйылғандарҙың хәтеренә төшөрҙө  БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, ошо күперҙе төҙөгән «Уралмостострой» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 30-сы күпер һалыусылар отряды начальнигы Павел Рабухин. — Күпер һынауҙы уңышлы үтте, ышаныслы, республикаға ул оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк.

— Күперҙе киңәйтеү ҡаланан Нуғай, Жилин районына, М5 федераль трассаһына сығыу проблемаһын хәл итәсәк, «Өфө-Аэропорт» юлын бер аҙ бушатасаҡ, — тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев.

Уның оҙонлоғо — 630 метр, ике йүнәлештә лә һәр береһе дүртәр метр самаһы ике юл һыҙаты ҡаралған. Күперҙең икенсе сиратын сафҡа индереү бер-береһенә ҡапма-ҡаршы килгән автомобиль ағымдарын ике яҡтан йүнәлтергә мөмкинлек бирҙе, был, һис шикһеҙ, хәрәкәт хәүефһеҙлеге күҙлегенән ҙур плюс.  

Күпер функцияһын үтәй башланы ла инде: күперҙе асыу тантанаһынан һуң унан тәүге автомобилдәр үтте.