Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов исеменән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Еңеү көнөнә 125 мең открытка ебәрелде

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов исеменән республика ветерандарына Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнөнә 125 мең открытка ебәрелгән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Президентының матбуғат секретары Артем Вәлиев хәбәр итте.

Артем Вәлиевтың әйтеүенсә, йәмғеһе 128 мең президент открыткалары баҫтырылған, шуларҙың 3 меңе – «запасҡа».

— Открыткалар ветерандарға ебәрелде лә инде, — тип билдәләне Башҡортостан Президентының матбуғат секретары. – Улар ветерандарҙың шәхсән үҙҙәренә йәки почта элемтәһе линияһы буйынса тапшырыласаҡ.

Открыткаларҙы Бөйөк Ватан һуғышындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы ветерандар ҙа, шулай уҡ һуғыш ваҡытында тылда Совет Ҡораллы Көстәре эшмәкәрлеген һәм уның һуғышҡа һәләтлеген тәьмин итеүселәр ҙә аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть