8 декабрь, Кесе йома

06 май 2011 йыл, 11:17

Башҡортостанда Пенсия фонды байрам көндәрендә лә отчеттар ҡабул итәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

7 һәм 8 майҙа Рәсәй Пенсия фондының республика райондары һәм ҡалаларындағы идаралыҡтары менән отчеттар ҡабул итеү ғәҙәттәге режимда алып барыласаҡ, тип хәбәр иттеләр ведомствонан. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, әлеге ваҡытта эш биреүселәрҙән 2011 йылдың 1 кварталына отчеттар ҡабул ителә. Ҡануниәттәге үҙгәрештәргә ярашлы, 2011 йылдың 1 кварталынан алып, мотлаҡ пенсия һәм медицина страховкалауына иҫәпләнгән һәм түләнгән страховка иғәнәләре отчеттары менән бергә, түләүсе страховкаланған һәр эшсеһенә лә мәғлүмәт тапшыра.

Отчетлылыҡты тапшырыу ваҡыты ла үҙгәрҙе. Страховка иғәнәләрен түләүсе отчетын иҫәп-хисап биреү осоронан һуң килгән икенсе календарь айының 15-се көнөнән дә һуңға ҡалмайынса тапшырырға тейеш.

— Түләүселәрҙең 70 проценттан ашыуы страховка иғәнәләре һәм шәхси мәғлүмәттәр буйынса отчеттар тапшырыу йөкләмәһен үтәне, — тип хәлдәргә аңлатма бирә Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы буйынса идарасы Фоат Хантимеров. — Эш биреүселәргә уңайлы булһын өсөн, Пенсия фондының ҡала һәм райондарҙағы идаралыҡтары 2011 йылдың 7 һәм 8 майында ғәҙәттәге режимда эшләйәсәк.

Был көндәрҙә иҫәп-хисаптарҙы тапшырырға, уны тултырыу буйынса методик ярҙам алырға, страховка иғәнәләре тураһындағы ғәмәлдәге ҡануниәт мәсьәләләре буйынса консультациялар алырға мөмкин буласаҡ.

темалар: Пенсия фонды