7 декабрь, Шаршамбы

06 май 2011 йыл, 9:02

Рөстәм Хәмитов «Евродон» йәмғиәтенең генераль директоры Вадим Ванеев менән эш осрашыуы үткәрҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

5 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Евродон» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Вадим Ванеев менән осрашыу үткәрҙе, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте. Осрашыуҙа Башҡортостанда күркә ите етештереү һәм эшкәртеү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.

— Беҙҙең республика Рәсәй Федерацияһында ҡошсолоҡто үҫтереү йәһәтенән алдынғы территорияларҙың береһе һәм беҙ хеҙмәттәшлеккә әҙер, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

«Евродон» компанияһы уҙған йыл йомғаҡтары буйынса һуғымға тереләй ауырлыҡта 32 мең тонна күркә ите етештергән. Йыл башынан алып «Евродон» инкубаторы үҙенең инкубация йомортҡалары менән эшләүгә күскән. Предприятиеның сауҙа маркаһы аҫтында 100 төрҙән ашыу продукция, шул иҫәптән 30-ға яҡын төрҙәге колбаса изделиелары һәм ит деликатестары сығарыла.  

Башҡортостан Президенты хеҙмәттәшлек буйынса билдәләнгән тәҡдимдәрҙе хупланы.

темалар: БР Президенты