4 декабрь, Йәкшәмбе

05 май 2011 йыл, 17:51

Башҡортостанда 247 мең гектарҙа яҙғы культуралар сәселгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республикала 247 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү үткәрелгән. Был уҙған йылдағы кимәлгә ҡарағанда 8 меңгә күберәк, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Саҡмағош районында планлаштырылған майҙандың 34 процентында яҙғы сәсеү үткәрелгән. Был 20 меңдән ашыу гектар. Стәрлетамаҡ игенселәре 14,7 мең гектарҙа яҙғы культуралар сәскән. Ҡырмыҫҡалылар 14 мең гектарҙы артта ҡалдырған.

Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сәсеү буйынса Саҡмағош районы аграрийҙары алда бара. Улар игенгә бүленгән майҙандарҙың 51 процентында сәсеү үткәргән. Гектарға әйләндергәндә был 19,1 мең. Республика буйынса бөтәһе 192 мең гектарҙа иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сәселгән, был да уҙған йылдағына ҡарағанда күберәк.  

Параллель рәүештә техник культураларҙы сәсеү ҙә алып барыла. Шәкәр сөгөлдөрө республиканың 14 районында 8419 гектарға сәселгән дә инде. Көнбағыш республиканың 27 районында 18630 гектар майҙанда сәселгән.  

Игенселәр эшенә ямғырҙар ҙа үҙгәрештәр индерә. Әммә, һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡто иҫәпкә алғанда, ауыл халҡы һәр яуым-төшөмгә лә шат.