Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Алексеевка» совхозы иртә өлгөрөүсе кәбеҫтә ултыртыуға төштө

Иҡтисад

«Алексеевка» совхозының йәшелсә үҫтереүселәре 2,5 гектар иртә өлгөрөүсе кәбеҫтә үрсетмәһен асыҡ грунтҡа ултыртты. Иртә өлгөрөүсе сорттар совхозда 3 гектарҙы биләргә тейеш. Ямғыр йәшелсәселәр планына үҙгәрештәр индерә, шул уҡ ваҡытта ул үҫентеләрҙең ялғанып үҫеп китеүе өсөн бик ҡулай. Шуға күрә, мөмкинлеккә ҡарап бында кәбеҫтә ултыртыуҙы дауам итәләр һәм бөгөн кискә табан кәбеҫтә плантацияһын 4,5 гектарға еткерергә ниәтләйҙәр.

Асыҡ грунтҡа кассета алымы менән ултыртыу өсөн 1 миллион 800 дана үрсетмә үҫтерелгән. Совхозда иртә өлгөрөүселәренән алып һуң өлгөрә торғандарына тиклем йәмғеһе алты сорт үҫтереләсәк. Үрсетмәләрҙе ултыртыу ике МТ-2 ярымавтоматтары ярҙамында алып барыла. Был йәшелсәселәр хеҙмәтен еңелләштерергә һәм эште сифатлы башҡарырға мөмкинлек бирә.  Үҫемлекселек цехы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Нәзир Фәтҡуллин һүҙҙәренсә, йәмғеһе 45 гектарҙа кәбеҫтә ултыртыласаҡ, ә үрсетмәләрҙе асыҡ грунтҡа ултыртыу эштәрен ун көн эсендә теүәлләргә уйлайҙар. Совхоз тәүге кәбеҫтә күсәндәре уңышын Өфө халҡы өҫтәлдәренә 20 июндә оҙатасаҡ.

Бөгөн иһә хужалыҡта картуф ултыртыла башланы.  Икенсе икмәккә совхозда 100 гектар бүленгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть