9 декабрь, Йома

05 май 2011 йыл, 15:06

Иртәгә бәлиғ булмағандар хоҡуҡтарына бәйле мәсьәләләр буйынса граждандар ҡабул ителә

автор: Евгений Рәхимҡолов

6 майҙа РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул итеү үткәрелә.

Мөрәжәғәт итеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһының бәлиғ булмағандар һәм йәштәр тураһындағы закондар үтәлешен күҙәтеү бүлеге начальнигы  Галина Михляева ҡабул итәсәк.

Башлана — 10 сәғәттә.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө, Цюрупа урамы, 100 («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

темалар: анонс