6 декабрь, Шишәмбе

05 май 2011 йыл, 14:20

Ғәлим Яҡупов Башҡортостан юлдаш телевидениеһы директоры итеп тәғәйенләнде

автор: "Башинформ"

5 майҙа «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы коллективын яңы генераль директор менән таныштырҙылар. Бөгөнгө көндән алып Башҡортостан юлдаш телевидениеһын әлегә тиклем Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары булып эшләгән Ғәлим Яҡупов етәкләйәсәк.  

Белешмә өсөн. Ғәлим Миңлеғәле улы Яҡупов 1972 йылдың 3 сентябрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Профессиональ журналист.

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында 1993 йылда мөхәррир вазифаһында эш башлаған.

2000 — 2004 йылдарҙа «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары – радиотапшырыуҙар студияһы директоры була.

Артабан Новосибирскиға эшкә күсә, унда «Бөтә Рәсәй телерадиокомпанияһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһының «Новосибирск» филиалы («Новосибирск» дәүләт телерадиокомпанияһы) директоры вазифаһында эшләй.

2007 — 2010 йылдарҙа «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы директорының телевидение буйынса урынбаҫары була.

2010 йылдың декабренән – Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары.