5 декабрь, Дүшәмбе

05 май 2011 йыл, 12:26

14 май - Ағастар ултыртыу көнө

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан территорияһының 40 проценттан ашыу майҙанын урмандар биләй. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы менән 2011 йыл Халыҡ-ара урмандар йылы тип иғлан ителгән. Урмандар йылы сиктәрендә Башҡортостанда, Рәсәйҙәге кеүек үк, урманға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, урман янғындарын иҫкәртеү буйынса акциялар, «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» тип аталған конкурстар, шулай уҡ балалар милли һәм халыҡ-ара юниорҙар конкурстары үткәреләсәк, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан.

Бынан тыш, 14 майҙа Ағастар ултыртыу көнө үтәсәк. Экологик тәрби биреүгә, кешеләрҙең урмандарҙа үҙен нисек тотоуына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү  уның төп маҡсаты иҫәпләнә.  Шулай уҡ кешеләрҙе урмандар менән рациональ файҙаланырға өйрәтеү, Рәсәйҙең төп тәбиғәт ресурстарының береһе булараҡ уларҙың әһәмиәтен аңлатыу ҙа мөһим.